Башҡортостанда Мәскәү башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтә

21 ноябргә тәғәйенләнгән саралар онлайн тәртиптә ойошторола. Түңәрәк өҫтәлдә ҙур ҡалала башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү буйынса фекер алышыу була. Артабан Мәскәүҙә йәшәгән замандаштарыбыҙ үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштыра, ижади коллективтар сығышы була. Сара барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан милли кейем һәм тирмәгә сертификат бүләк ителе. Һуңынан Мәскәү башҡорттары штандартты Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенән милләттәштәребеҙгә тапшыра.