Бөгөн Республика Хөкүмәтендә яңы йыл ҡаршылау буйынса видеокәңәшмә үтте

Барлыҡ сараларҙы асыҡ һауала үткәреү кәңәш ителә. Премьер-министр урынбаҫары, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, пандемия сәбәпле, быйыл яңы йыл ҡаласыҡтарын күберәк эшләргә кәрәк. Байрам үҙәк майҙандарҙа ғына үтергә тейеш түгел, йорт ихаталарында ла шыршы урынлашытырыу ҡарала.