Өфө – Аэропорт трассаһында тиҙлек режимы үҙгәрҙе

Был турала баш ҡала хакимиәтенән белдерәләр. Хәҙер трассала сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән хәрәкәт итеү рөхсәт ителә. Быға тиклем унда 80 саҡрымға тиклем тиҙлек йыйырға мөмкин ине. Юлда урынлашҡан фото-видеотеркәү камералары яңы ҡағиҙәләргә ярашлы  үҙгәртелгән.