Күмертау ҡалаһы 2019 йылда Рәсәйҙең төп 10 моноҡалалар исемлегенә индерелгән

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. “Үткән йылда Күмертауҙа эшҡыуарлыҡ күләме 12 процентҡа артты. Был Республика Хөкүмәте һәм ҡала етәкселегенең эш һөҙөмтәһе. “Күмертау” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 28 резидент. 2016 йылдан бында 1300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды. Киләһе йылға тағы 4-5 компанияны индерергә маҡсат итеп ҡуябыҙ. Республикала тағы биш биләмәне үҫтерәбеҙ. Төп уңыштарыбыҙ әле алда”, тип яҙа Радий Хәбиров.