Башҡортсотанда һуңғы тәүлектә 119 кешелә коронавирус асыҡланды

Пандемия башланғандан алып сирләүселәр иҫәбе 12 мең 684-кә етте. Бер тәүлектә 34 кеше һауыҡҡан. Республикала битлек режимы ғәмәлдә ҡала. Урамға сыҡҡанда һаҡланыу сараларын күрергә, социаль дистанция тоторға онотмағыҙ.