Баш ҡалалағы күперҙәр төҙөкләндереләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был хаҡта Мәскәүҙә уҙған форумда килешелде.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн илдең баш ҡалаһында «Рәсәй транспорты» тип аталған халыҡ-ара форум үтә. Майҙанда беҙҙең республикала үҙ экспозицияһын ҡуйған, күргәҙмәлә транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур проекттар менән танышырға мөмкин. Иң төп урынды Өфөнән Көнсығыш сығыу юлына арналған материалдар биләй.

Форум сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар ҙа бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары, Федераль юл агентлығы етәксеһе Андрей Костюк менән осрашты. Унда һүҙ республикала юлдар төҙөү, күперҙәрҙе төҙөкләндереү хаҡында барҙы.

Баш ҡаланың Галле урамы осонда Ағиҙел йылғаһы аша һәм Шаҡша биҫтәһендә Өфө йылғаһы аша күперҙәрҙе ремонтларға килешелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, әле был ҡоролмалар авария хәлендә. Ә Өфө өсөн күперҙәр бик мөһим, ҡала өс йылға араһында урынлашҡан.

Өфөлә тимер юлы ҡулсаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Был турала форум сиктәрендә Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Белозеров менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, әле Өфө аша йөрөгән йөк составтарының күбеһе транзит. Уларҙы ҡалаға индермәй ситтән үткәреү баш ҡалала юл хәрәкәтен көйләргә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты аша юғары тиҙлекле ҡала электричкаһын ебәрергә мөмкин буласаҡ. Әлегә тиклем Рәсәйҙә тимер юл ҡулсаһы Мәскәү өлкәһендә генә бар ине.

Осрашыуҙа тимер юл вокзалын ремонтлау хаҡында ла килешелде. Киләһе йыл объектты төҙөкләндереүҙең сираттағы этабын башлау ҡарала. Уның сиктәрендә ике платформаны ремонтлау һәм ер аҫты үткәүеленең оҙонлоғон арттырыу күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова.