Демо имтихандар ғәҙәти күренешкә әйләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йәғни, һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар хәҙер алған белемен диплом яҙып ҡына түгел, ғәмәлдә лә иҫбатлай. Һынауҙың был төрө быйылдан үткәрелә башланы.

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында ойошторолған бөгөнгө форумда билдәләнеүенсә, демонстрацион имтихандар индереү йәш белгестең практик белемен генә түгел, ғәмәли оҫталығын да күрһәтә. Шуға күрә киләсәктә уны даими уҙғарыу ҡарала.

Икенсе яҡтан, колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу, Ворлдскилс талаптарына, йәғни халыҡ-ара кимәлгә яраҡлаштырыу төп бурыстарҙың береһе булып тора. Ошо маҡсатта әле урта һөнәри белем биреү учреждениеларында заманса оҫтаханалар асыу, яңы йүнәлештәр индерелә. Уҡыу йорттары вәкилдәре әйтеүенсә, бөгөн  баҙар ихтыяжын тойоп эшләү шарт, шул ваҡытта ғына дипломлы йәш белгестәр эшһеҙ ҡалмаясаҡ.

Форум сиктәрендә хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы ла үтте. Сарала билдәләнеүенсә, урта һөнәри белем биреү системаһы бөгөн заман менән бергә үҫешә. Был уҡыу йорттары әҙерләгән белгестәргә ихтыяж ҙур, сөнки улар ҡеүәтле хужалыҡтар, предприятиелар менән берлектә эшләй, уҡытыуҙа заман технологияларын киң ҡуллана.

Әле Башҡортостан биләмәһендә 96 колледж эшләй, уларҙа йөҙ меңгә яҡын студент белем ала. Бүләкләнеүселәр фекеренсә, иң мөһиме йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерлекле итеп сығарыу.

Рәмзиә Кәримова.