Кушнаренко районы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Бөгөн 43 йәшлек чиновниктың эшләгән һәм йәшәгән урынында тентеү үткән. Тикшереү версияһы буйынса, уҙған йылдың июлендә Руслан Ғиззәтуллин ауыл тәғәйенләнешендәге 145 гектар майҙанды ҡуртымға биреү килешеүен төҙөгән. Әммә арендаға алған коммерция фирмаһы был ерҙәрҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып бармаған.

Артабан участка район милкенән сығарыла, ә муниципаль бюджет өс миллион һумға яҡын аҡса юғалта. Мутлашыу осрағы именлек хеҙмәтенең оператив-эҙләү сараларынан һуң асыҡланған. Руслан Ғиззәтуллин аңлатыуынса, милеккә ер биреү тураһындағы ғаризаны ул ер комиссияһына йүнәлткән.

Белгестәр хуплағандан һуң, документ Ер һәм мөлкәт министрлығының район комитетына тапшырылған. Һуңынан инде ведомство тарафынан әҙерләнгән сауҙа үткәреү тураһындағы ҡарар проектына район башлығы ҡул ҡуйған. Чиновник һүҙҙәренә ҡарағанда, бойондороҡһоҙ баһа биреү ваҡытында ерҙең хаҡы кәметеп күрһәтелгән.