Балаларҙың йәйге ялы тулы кимәлдә ойошторолмауға бәйле, лагерь етәкселеге Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиеһына һәм район хакимиәтенә аҡсаларҙы кире ҡайтарыу бурысы ҡуйыла. Эпидемиологик хәлгә бәйле, учреждение эшмәкәрлеген ваҡытынан алда туҡтатырға мәжбүр була. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йәйге лагерҙа бөгөн тынлыҡ хакимлыҡ итә. Биләмәлә тик елгә елберләгән байраҡ, әле ҡойолмай ҡалған япраҡтар шыбырҙауын ғына ишетергә мөмкин. Бина эсендә лә шул уҡ күренеш. Ваҡыт та бында туҡтап ҡалған төҫлө. Туҡланыу ваҡыты теҙмәһендә һуңғы дата 2020 йылдың 16 июле.
Йәйге лагерь тәүге сменаны 2 июль ҡабул итә. Ләкин был һуңғыһы ла була. 3 июлдә Республика башлығының бойороғо ғәмәлгә инә. Ләкин, ял итергә килеүселәрҙе кире ҡайтарып ебәреү мөмкинлеге булмай сыға. Сөнки 260 баланы һыйҙырырлыҡ өс автобусҡа заказ ике аҙна алда бирелә. Тап 14 көндән бар балалар ҙа өйҙәренә кире ҡайтарыла. Шул ваҡытта лагерь биләмәһенә суд приставтары үтеп инә. Йәнәһе лә, ял үҙәге етәкселеге иҫкәрмәне инҡар иткән. Ә Яна Халикаеваның адвокаты, директорға бер ниндәй ҙә ҡағыҙ тапшырылмауын белдерҙе. Өҫтәүенә, административ яуаплылыҡ протоколында лагерҙың дәүләт теркәүе һәм һалымсының идентификацион номеры ла тура килмәй.
Лагерь вәкилдәре әйтеүенсә, балалар Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең рөхсәте менән генә ҡабул ителгән. Документтар ҙа теүәл тип табыла. Бишенсе сирек башлыныуы тураһында урындағы хакимиәт итә хәбәрҙар була.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу ваҡыты 21 көнгә иҫәпләнгән. Әлеге осраҡта уның тик 15-е генә файҙаланылған. Эпидемиологик хәлгә бәйле, эш туҡтатыла. Ләкин нишләптер аҡсаларҙы ҡалған 6 көн өсөн түгел, ә тулы кимәлдә ҡайтарыу бурысы ҡуйыла.
Лагерь етәкселегенә арбитраж алды дәғүәләре белдерелгән. Бурыс миллиондар менән иҫәпләнә. Балалар һауыҡтарыу лагерын банкортлыҡҡа этәреп, киләсәгенә кәртә ҡуйылыуы ла ихтимал. Ошо уҡ хәлгә тарыған учреждениелар республикала тағы ла бер-нисә иҫәпләнә.
Азат Ғәлиуллин.