Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә исемлеккә тағы ла 119 сирле өҫтәлгән. Ковид-19 вирусы ҡорбандары хәҙер 70 кеше – уҙған тәүлектә сирҙән һәләк булған ҡатын 1942 йылғы. Уның гипертония, үпкә сирҙәре, шәкәр диабетынан яфаланыуы билдәле.
Бөгөн стационарҙарҙа яңы инфекцияға ҡаршы 346 пациент көрәшә, уларҙың 31-е ауыр хәлдә, 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ауырыуҙы еңел үткәреүсе 1077 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 37, бөтәһе 11191 кеше һауығып сыҡҡан.
Гөлдәриә Йосопова.