Коронавирус менән көрәшкә йәлеп ителгән медицина уҡыу йорттары студенттарын аҡсалата дәртләндереү сараһы күрелә

Был тәҡдим менән Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә ил президенты Владимир Путин сығыш яһаны.  Матди ярҙамды поликлиника һәм дауаханаларҙа эшкә урынлашмаған, әммә уҡыу практикаһы формаһында сиргә ҡаршы көрәшкән студенттар ала, тине Президент.  Юғары медицина уҡыу йорттары студенты, ординатор һәм аспирантттарына 10,  медицина училищеһы студенттарына 7 мең һум түләү ҡаралған. Бөгөнгә республика дауаханаларында 1200-ҙән ашыу ординатор төрлө вазифала эшләй.