Санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеү буйынса тикшереүҙәр дауам итә. Уҙған аҙнала эске эштәр органдары 9 меңгә яҡын объектта битлек тәртибе үтәлешен ҡараған. 1400-ҙән ашыу кешегә һәм тиҫтәләгән ойошмаға административ протоколдар төҙөлгән.