Белорет ҡалаһында батып барған кешене ҡотҡарғандар

Ағиҙел йылғаһында бер ҡатын боҙ аҫтына  төшөп киткән. Ваҡиға шаһиттары 112 системаһына шылтыратҡан. Килеп еткән ҡотҡарыусылар ханымды масус таҡта менән ярға сығарған һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.  Ғәҙәтән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров көҙгө боҙҙоң хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу телефонына шылтыратырға кәрәк. Уның һандары: 112.