Башҡотостанда яңы закон көсөнә инде

Уға ярашлы, енәйәт ҡылған  кешеләр Дәүләт власы органдары депутаты һәм урындағы үҙидаралыҡ етәкселеге вазифаһына һайлана алмай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, законда быға тиклем ауыр һәм үтә ауыр, экстремистик енәйәт ҡылғандарға  сикләү булған. Бөгөн был исемлеккә  мутлыҡ, урлашыу, контрабанда, үлтереү менән янау һәм башҡа  енәйәттәр индерелгән.