Республикала Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы йомғаҡтары буйынса онлайн осрашыуҙар ойошторола

Унда милли мәғариф өлкәһендәге һорауҙар ҡарала. Мәҫәлән, балалар өсөн башҡорт телендә электрон уйынсыҡтар етештереү мөмкинлектәре.  Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән берлектә "Этномәҙәни белем биреү ойошмаһы" төшөнсәһен федераль законға индереү буйынса эш башланды. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар араһында - башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында "Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты" конкурсын уҙғарыу.