Уның сиктәрендә мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар онлайн форматта уҡыу өсөн кәрәкле гаджеттар менән тәьмин ителә. Тәү сиратта күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һайлап алына. Планшеттар башлыса 9-сы класс уҡыусыларына тапшырылған. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында әле 6-нан 10-ға тиклемге класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый.