Улар Ленин, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында була. Бынан тыш, ҡалала 16 район һәм 90 ихата шыршылары ҡуйыла. Боҙ ҡаласыҡтарының күплеге – халыҡты бер урында йыймау өсөн тип аңлатыла. Республика муниципалитеттарына байрам сараларын асыҡ һауала үткәрергә кәңәш ителде. Байрам майҙансыҡтары 10 декабргә әҙер булырға тейеш.