Баҡалы ауылын газға тоташтырыу эше аҙағына яҡынлаша

Әле Көнбайыш микрорайонында эштәр башҡарыла. Бында ике меңдән ашыу ер участкаһы бар. Быйыл республика бюджетынан бүленгән аҡсаға 13 километрҙан ашыу газ торбаһы һалынған. Эштәр “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.