Башҡортостанда федераль кимәлдәге “Морат тау” ғаилә курорты барлыҡҡа килә

Бөгөн Мәскәүҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова менән осрашыу барышында төбәктә туризмды үҫтереүгә бәйле һөйләшеү булды. Белорет районында урынлашҡан “Морат тау” курорты федераль ярҙам булһа, Рәсәйҙәге иң ҙур тау санғыһы комплекстарының береһенә әүерелә ала, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Осрашыуҙа шулай уҡ “Янғантау” һәм “Торатау” геопаркын үҫтереү буйынса фекер алышыу булды. Быйыл беҙҙең республиканан тәҡдим ителгән ике проект – “Башҡортостан йөрәге” һәм “Мәғрүр Ирәмәл” туристик ял итеү кластерҙары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Уларҙы артабан үҫтереү өсөн федераль үҙәктән ярҙам була. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл йәй республикаға 2 миллиондан ашыу турист килгән.  2024 йылға тиклем был күрһәткесте 3 миллион ярым кешегә еткереү бурысы ҡуйыла.