“Спорт – йәшәү ғәҙәте” федераль проекты буйынса ҡалалар һәм ауылдарҙа тренажерҙар ҡуйыла. “Хеҙмәткә һәм оборона әҙер” физкультура-спорт комплексы буйынса Ағиҙел ҡалаһы, Архангел, Баҡалы, Илеш, Көйөргәҙе, Шаран һәм башҡа райондарҙа күнекмәләр яһау өсөн ҡоролмалар ҡуйылды. Киләһе йылда тағы 5 комплект ҡуйыу планлаштырылған, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.