Башҡортостанда Республика менән идара итеү үҙәге эшләй башланы

Бында урындағы халыҡтан килгән мөрәжәғәт, тәҡдим һәм ялыуҙар ҡабул ителә, аҙаҡ улар иҫәпкә алына һәм хәл ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошондай үҙәктәрҙе бөтә төбәктәрҙә асырға ҡушты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәге булдырыу указына 1 ноябрҙә ҡул ҡуйҙы. Был аҙнала Радий Хәбиров үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты. Республика менән идара итеү үҙәге өс өлөшкә бүленгән. Социаль коммуникациялар бүлегендә халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә, йәғни, “Инцидент- менеджмент” системаһы буйынса эш алып барыла. Иҡтисади аналитика бүлегендә теге йәки был мәсьәләне хәл итеү өсөн киткән аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотоноу, инвестиция йәлеп итеү кеүек мәсьәләләр ҡарала. Мәғлүмәт бүлегендә халыҡты дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге менән таныштыралар. Әле Республика менән идара итеү үҙәге Башҡортостан Башлығы Хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Аҙаҡ ул айырым бинаға күсә. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре башланған.