Республикала мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға компьютер планшеттары тапшырыла

“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһының икенсе өлөшө башланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, бөтә балаларға ла  белем алыу өсөн тигеҙ шарттар булырға тейеш. Шуға күп балалы йәки мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәтергә кәрәк. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы быйыл мартта иғлан ителде. Бағыусылар, депутаттар һәм ойошмалар ярҙамында 800-ҙән ашыу компьютер планшеты тапшырылды.