COVID-19 вирусы таралыуына юл ҡуймау өсөн республикала санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү саралары дауам итә. Эш бер көнгә лә туҡтамай. Уҙған аҙнала халыҡ күпләп йыйылған 8 мең 700-ҙән ашыу объект тикшерелгән, битлек режимын боҙоусыларға 1400 протокол төҙөлгән.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте вәкилдәре Салауат ҡалаһының аҙыҡ-түлек кибеттәренә рейд ойошторҙо. Пандемия осоронда сауҙа нөктәләрендә дистанция һаҡлау һыҙаттары, зарарһыҙландырыусы шыйыҡса, хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын үлсәү һәм бинаны дезинфекциялау тураһында журналдарҙың булыуы мотлаҡ.
Ишембайҙа сауҙа нөктәләренән тыш, йәмәғәт транспорты һәм кинотеатрҙар тикшерелә. Инспекторҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй, төнгө ваҡытта эшләүсе кибеттәр айырыуса иғтибар үҙәгендә. Билдәләргә кәрәк, битлек режимына граждандар яуаплы ҡарай, тикшереү барышында тәртип боҙоусы бер генә кеше асыҡлана.
Әлфинә Килдейәрова.