Хәүефле сир таралыуын иҫкәртеү маҡсатында йорт подъездарында дезинфекция үткәрелә. Лифт, баҫҡыстар, почта йәшниктәре, домофондар антисептик менән эшкәртелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һаҡланыу костюмы кейгән эшселәр подъездарҙы эшкәртә. Дымланған күҙлектәр аша уларға был костюмдарҙа 9-сы ҡатҡа күтәрелеү ни тиклем ҡатмарлы икәне күренә. Бер генә төркөм көнөнә 15-20 подъезда дезинфекция саралары уҙғара.
Сибай ҡалаһында ла подъездар дезинфекциялана. Шулай уҡ баҫҡыстар, почта йәшниктәре, ишек, тәҙрә төптәре эшкәртелә, фатир хужалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртелә
Дезинфекция менән бәйле уңайһыҙлыҡтар барлыҡҡа килһә лә фатир хужалары хәүефһеҙлек сараларын аңлап ҡабул итә. Сәләмәт тормош өсөн көрәш алып барғанда һәр ысул мөһим.
Эшселәр баш ҡала буйынса ғына биш меңгә яҡын йортта дезинфекция сараларын үткәрә. Төркөмдәр алдан төҙөлгән график буйынса сыға. Лифт, холл, подъездарға инеү урындарына ла төплө иғтибар бүленә. Подъезда ниндәйҙер мәсьәлә буйынса һорау килеп тыуған осраҡта, граждандар идарасы компания вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.
Флорида Ким.