Туймазы ҡалаһының 1-се спорт мәктәбе саңғысылары күнекмәләрҙе шарттары булмаған спорт залында уҙғара. Бынан тыш, кейенеү һәм инвентарь һаҡлау бүлмәләре лә юҡ. Балалар һыуыҡта сирләп ҡуйыр, тип хафалана ата-әсәләр. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Күнекмәләр үткәреү өсөн уңайлыҡтар юҡ, тип асыулана ата-әсәләр. Стенанан һыуыҡ өргәнгә йылы кейенмәйенсә булмай. Бинаға зәңгәр яғыулыҡ, электр уты тоташтырылмаған. Ә бында йәш саңғысылар шөғөлләнә. Зәйтүнә Әғзәмованың ейәне «Саңғы ярышы» секцияһына ете йыл йөрөй. Район-республика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулаған, спорт буйынса разрядҡа ла эйә.
Секцияла 9 йәштән 18 йәшкә тиклемге 45 бала шөғөлләнә. Туймазы ҡалаһында был берҙән-бер саңғысылар секцияһы иҫәпләнә. Һыуыҡ бина спорт мәктәбенә яҙғыһын бирелә, ә элеккеһе тулыһынса һүтелә. Әммә ошоға тиклем ниндәй ҙә булһа уңайлыҡтар тыуҙырылһа, хәҙер кейенеү, инвентарь һаҡлау бүлмәһе лә юҡ.
Спорт мәктәбе директоры билдәләүенсә, урындағы хакимиәт финанс мөмкинлектәрҙән сығып киҫкен мәсьәләне хәл итергә тырыша. Муниципалитет күнекмәләр яһау өсөн бина бүлә, ә сисенеү һәм саңғыларҙы һаҡлау бүлмәләре булмау - ваҡытлыса һорау. Зәңгәр яғыулыҡты биреү өсөн торбалар ҡуйыла, яҡын арала беренсе ҡатта ремонт тамамланыр тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова.