«Уфимочка» командаһы үҙ майҙанында ике еңеү яуланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар волейболы юғары лигаһы матчтары уҙҙы. Башҡортостан ҡыҙҙары үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Луч» командаһын ҡабул итте. Ике уйында ла яҡташтарыбыҙ ҡунаҡтарҙы 3:0 иҫәбе менән еңде. 10 матчтан һуң Өфө ҡыҙҙары 5 еңеү һәм 5 еңелеү менән турнир таблицаһының 5-се баҫҡысында килә.

Әлбиттә, үҙебеҙҙә уйнауы еңелерәк. Тамашасыларҙың матчты ҡарай алмауы ғына йәл. Шулай ҙа өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә тиҙәр бит.

Владислав Макаров, «Уфимочка-ӨДНТУ» волейбол клубының баш тренеры

Беҙгә еңеү бик кәрәк ине. Сөнки әлегә хәлебеҙ бик яҡшы түгел. Шуға ла һәр мәрәй мөһим.

Белла Гацалова, «Уфимочка-ӨДНТУ» волейбол клубы уйынсыһы