Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерҙе

Документҡа ярашлы, 65 йәштән олораҡтар һәм хроник сирҙәре булыусыларға 10 ноябрҙән 23-нә тиклем һәм 24 ноябрҙән 30-на тиклем изоляция режимы индерелә. Был эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырыр өсөн формаль процедура. Шулай уҡ, Мәғариф һәм фән министрлығы ситтән тороп уҡыған һәм бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған уҡыусыларға аҙыҡ-түлек тупланмаһын тарата.