Бөгөн республика эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты муниципалитеттар аша бирелгән субсидияны алыуға бәйле тура эфир үткәрә

Унда эшҡыуарҙарға финанс ярҙам алыу буйынса аңлатма бирелә. Спикерҙар – Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры урынбаҫары Рөстәм Байбурин һәм Күмертау ҡалаһы, Шишмә, Өфө райондары бизнес-шерифтары. Әңгәмә сәғәт өстә дәүләт комитетының инстаграмдағы сәхифәһендә башлана.