Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты үтә

Ул иртәгә Рима Батталова исемендәге спорт үҙәгендә башлана. Ярышта илдең төрлө төбәктәренән 62 спортсы ҡатнаша. Башҡортостан командаһына 12 кеше ингән. Чемпионат 5 көн дауам итә. Санитар талаптарға бәйле тамашасылар индерелмәй.