Башҡортостанда октбярҙә инфляция кәмегән

Республика Милли банкы баҙарҙа хаҡ үҙгәреше менән таныштырҙы. Мобиль элемтә, авиабилет һәм көнкүреш хеҙмәттәре арзанайған. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡала. Балыҡ, шәкәр, көнбағыш майы бер аҙ ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ еңел автомобиль, электр тауарҙары, биҙәүескә хаҡ артыуы күҙәтелә. Дөйөм алғанда, октябрҙә республикала инфляция илдәге күрһәткестән түбәнерәк булған.