Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 20 фельдшер-акушер пункты асыла

Йыл башынан республикала 74 яңы ФАП эшләй башланы. Дауалау ойошмалары “Сәләмәтлек” милли проекты һәм “Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү” төбәк программаһы буйынса төҙөлә. Ошо көндәрҙә Шишмә районы Дмитриевка һәм Игнатовка ауылдарында фельдшер-акушер пункттары асылды. Яңы бинала сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Район үҙәк дауаханаһы баш табибы Камил Яппаров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт