Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында шул турала хәбәр ителде. Буласаҡ технопарк майҙансыҡтары Күмертау, Нетфекама, Сибай ҡалалары, Бәләбәй, Кушнаренко, Туймазы, Учалы райондарында барлыҡҡа килә. Технопарк һәр районда булырға тейеш, тип белдерелде ултырышта. Бындай майҙансыҡта эшләргә теләгән резиденттарға һалым льготалары бирелә, дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә.