Башҡортостан биатлонсылары милли командаға алынды

Рәсәй биатлонсылары берлеге президенты Виктор Майгуров Донъя кубогының беренсе этаптарында сығыш яһаясаҡ спортсылар исемлеген иғлан итте. Милли командаға етешәр ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ саҡырылған. Ир-егеттәр араһында беҙҙең республика вәкилдәре Антон Бабиков һәм Эдуард Латыпов, шулай уҡ Петр Пащенко күрһәтелгән. Биатлон буйынса Донъя кубогы ноябрь аҙағында башлана. Турнирҙың тәүге ике этабы Финляндияла үтә.