Өс көн дауамында операторҙар 3 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 90 проценты буйынса шунда уҡ яуап бирелә, ҡалғандары медицина ойошмаларына ебәрелә. Андрей Назаров үҙәк эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Телефоны – 8-347-218-19-19. Әйткәндәй, интернетта коронавирусҡа ҡаршы оператив штабтың телеграмм каналы эшләй башланы. Бынан тыш, коронавирус буйынса тест һөҙөмтәһен “К врачу” тигән мобиль ҡушымта ярҙамында белергә була.