Бөгөн ул техник яҡтан файҙаланыуға тапшырылды, ә тулы ҡеүәткә эш үҙәктең бинаһы сафҡа ингәс башлана. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, берҙәм платформаны Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә 1 декабргә тиклем асыу ҡаралған. Идара итеү үҙәге әлегә тиклем эшләп килгән Инцидент-менеджмент системаһы базаһында төҙөлә, әммә уның вәкәләттәре күпкә киңерәк. Бер урында Башҡортостан һулышын тойорға мөмкинлек биргән яңы платформа хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Оло тантана ойоштороу ҙа, яңғырауыҡлы телмәрҙәр ҙә, таҫма ҡырҡыу ҙа юҡ. Эш башланыуын белдереп ҡыңғырау ғына яңғырай. Һәм алға! Идара итеү үҙәге алдына юғары бурыстар ҡуйыла. Был платформаны хатта, Башҡортостан йөрәге тип атарға мөмкин. Унда республика тормошоноң бөтә өлкәләре лә сағылыш табасаҡ.
Башҡортостан халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларға аналитика буйынса Мәскәү өлкәһе тәжрибәһең үҙләштергән пилот төбәге булып тора. Республикала роботлаштырылған «Инцидент-менеджмент» платформаһы уңышлы эшләп килә. Унда октябрь аҙағына 120 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса аналитика, юл ремонтын күҙәтеү, планлаштырыу системаһы һәм башҡалар. Ә яңы идара үҙәге барлыҡ тармаҡтарҙы ла үҙ эсенә аласаҡ.
Яңы структура йәмәғәтселек менән дәүләт власы араһында күпер ролен үтәй, йәғни халыҡ менән кире бәйләнеш нығый. Уларҙың бер мөрәжәғәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Эксперттар, элеге заман технологиялары дәүерендә үҙәк асылыуын алған табан ҙур аҙымға тиңләй.
Үҙәк өс блоктан тора, социаль коммуникациялар, мәғлүмәттәр һәм иҡтисади аналитика. Тап һуңғыһы Башҡортостандың башҡа төбәктәрҙән айырмаһы. Уның бурысы халыҡтың теге йәки был проблемаһын хәл иткәндән иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлылыҡты анализлау, кәрәк булғанда бюджетҡа төҙәтмәләр индереү, ресурстар йәлеп итеү, инвестиция ҡеүәтен арттырыу.
Яңы йылдан һуң үҙәк үҙ бинаһына күсә, әле объектта төҙөлөш эштәре бара. Ул Республика йорто янында ғына урынлашҡан. Төҙөүселәр әйтеүенсә, эш графикка ярашлы бара, материалдар менән өҙөклөк юҡ. Подрядсы ойошма тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Әлегә яңы үҙәк Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар идаралығы нигеҙендә эшләй, бина төҙөлөп бөткәнгә тиклем. Әммә хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, эш урыны сифатҡа йоғонто яһамай. Үҙәккә төрлө министрлыҡ-ведомство белгестәре йыйыла, уларҙың барыһын да уртаҡ маҡсат бәйләй – тормош сифатын яҡшыртыу.
Республика менән идара итеү үҙәгенә оло бурыстар һалына, ул халыҡтан төрлө проблемалар буйынса мөрәжәғәттәр, ялыуҙар ҡабул итеүҙән тыш, инвесторҙар менән эште көйләйәсәк, сәнәғәт тармағындағы эшмәкәрлекте күҙәтеп барасаҡ. Һөҙөмтәлә тотош республиканың һулышын бер урында тойоу күҙаллау мөмкинлеге асыла, был киләсәк стратегияһын ҡорғанда ла булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова.