Был юлы рейд транспорт саралары буйлап ойошторолдо.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре менән берлектә баш ҡала урамдарындағы йәмәғәт транспортын тикшерҙе.
Рейд күрһәтеүенсә, кешеләр һаҡланыу сараларына яуаплы ҡарай, водителдәр ҙә, пассажирҙар ҙа битлектә йөрөй. Ике сәғәтлек тикшереүҙәр барышында автобуста битлек кеймәгән бер генә кеше асыҡланған. Уға административ штраф һалынған.
Хәбәр итеүебеҙсә, битлек режимын тәүге тапҡыр боҙған кешегә 1 меңдән 3 мең һумға тиклем штраф һалына, осраҡ икенсе тапҡыр ҡабатланғанда 3 меңдән 5 мең һумға тиклем күтәрелә. Вазифа биләүселәргә тәүге тапҡыр 5-тән 15 мең һумға тиклем, икенсеһендә 15-тән 30 мең һумғаса штраф ҡаралған. Ә бына юридик шәхестәр өсөн штраф күләме 200 мең һумға етә. Белгестәр әйтеүенсә, рейдтар артабан да даими ойоштороласаҡ.
Рәмзиә Кәримова.