«Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы пациенттарына 850 уйынсыҡ һәм ижад өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы.
Хәйриә акцияһы бүләктәре укол ҡаҙатҡан һәм бармаҡтан анализ биргән балаларға тапшырыласаҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар уйынсыҡтарҙы үҙҙәре һайлай ала.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған хәйриә акцияһының маҡсаты – балаларҙа дауахана мөхитенә ыңғай тәьҫорат уятыу, уларҙың ҡурҡыу тойғоһон еңеү.
Гүзәл Борханова.