Ижад пандемияға ҡаршы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Кушнаренко ауылы музейында «Коронавирусты бергә еңәйек» тип исемләнгән күргәҙмә асылды.

Экспозициялағы картиналар әлеге ысынбарлыҡты сағылдыра. «Емештәр изоляцияла», «Табиптарға рәхмәт», «Ултырғыс. Өйҙә ултырабыҙ.» - һүрәттәрҙең исемдәре үк уларҙың йөкмәткеһен асыҡ сағылдыра. Күргәҙмәгә Өфө, Мәскәү, Благовещен рәссамдарының әҫәрҙәре ҡуйылған. Ижад емештәре аша рәссамдар инфекцияға ҡаршы көрәшеүсе медиктар, ирекмәндәргә рәхмәт белдерә.  Проекттың авторы- Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаһы Нина Сайкина. Күргәҙмәләге картиналар төрлө жанрҙарҙа эшләнгән.  Мәҫәлән, бер ижад емеше «Ҡулына битлек тотҡан ҡыҙ» тип атала, ул вирустың сигенеүен һәм иркен тын алырға мөмкинлекте күрһәтә.

Гүзәл Хәмитова, Кушнаренко районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры

Күргәҙмәләге барлыҡ картиналарҙа позитив нотала, асыҡ тондарҙа төшөрөлгән, был ижад емештәре кешеләрҙең кәйефен күтәреү һәләтенә эйә. Әле халыҡты хәүефләндергән пандемия осоронда рухи байлыҡ та мөһим тип иҫәпләйем.

Рәмзиә Кәримова.