Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙған тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы тарафынан Республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Ул тарихи шәхестең тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала.
«Абдул-Азиз һәм Кәрим» геройҙар ваҡыты тип исемләнгән китап ике өлөштән тора. Ул «Муха» студияһында нәшер ителгән һәм башҡорт, рус телдәрендә. Авторҙар уны киләсәктә ғәрәп һәм инглиз телдәрендә лә сығарырға ниәтләй. 3160 данала нәшер ителгән яңы китап республиканың бөтә китапханаларына таратыла.
Рәмилә Исмәғилева.