Башҡорт телен төплөрәк өйрәнергә техника һәм интернет ярҙам итә аламы?Һорауға яуапты бер нисә йылдан белербеҙ. Сөнки мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла башланы. Мультимедия комплекстары республикала дәүләт программаһы ярҙамында һатып алына. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Аҡбур һәм ябай таҡта урынына интерактив. 11-се синыф уҡыусыларының өҫтәлендә лә дәфтәр менән ручканан тыш штрих кодлы ҡағыҙҙар. Башҡорт теле дәресе хәҙер яңы форматта үтә.
Уҡытыусы ҡулында указка урынына телефон. Ул уҡыусыларҙан һорауҙарға яуапты тиз генә телефонындағы ҡушымта ярҙамында төшөрөп ала. Пликсер программаһында яуаптар шунда уҡ теркәлә, унда синыф журналы, һәр уҡыусының исеме лә бар.
Яңы алым менән уҡытыу мультимедиялы комплекс ярҙамында башҡарыла. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм принтер менән йыһазландырылған.
Төбәктәрҙә уҡытыу кабинеттарына заманса техника Башҡортостан республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә һатып алынған.
Белем усағында Интернет селтәренең тиҙлеге юғары сифатлы булырға һәм уҡытыусы комплекстың барлыҡ функцияларын ҡуллана алырға тейеш.
Видеофильмды уҡыусылар тын да алмай ҡарай. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2- се башҡорт гимназия-интернатында ла быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре яңы форматта уҙа.
Уҡытыуҙа яңы, заманса мәғлүмәт технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙаллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята, тип иҫәпләй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Быйыл телебеҙҙе уҡытыуҙа бындай мөмкинлек 32 мәктәптә булдырылды.
Рәмилә Исмәғилева.