Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы халыҡты әлегә ныҡлап туңмаған йылға-күлдәргә сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Халыҡты иҫкәртеү маҡсатында белгестәр бөгөн һыу ятҡылыҡтарына рейд ойошторҙо. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Диспетчер пультына шылтыратыу ҡабул ителеү менән ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына юллана. Кеше ғүмере тураһында һүҙ барғанда һәр секунд ҡәҙерле. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр махсус кейемдәрен юлда уҡ кейә.
Һәр аҙым үлсәп эшләнә. Батыусыны ҡотҡарыусыларҙың береһе генә ярға сығарырға ярҙамлашһа ла, башҡалар ҙа тулы әҙерлектә. Ваҡытында килеп өлгөргән ярҙам шартлы рәүештә бәләгә тарыусының ғүмерен ҡотҡара. Бәхеткә, был бары тик күнекмә генә. Ә ғәмәлдә кеше боҙло һыуҙа 15 минуттан да ашыу ҡала алмай.
Күнекмә һуңында, граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре профилактик сара ойошторҙо. Балыҡсыларға аңлатыу эштәренән тыш, иҫкәрмәләр таратылды. Тәүге ярҙам, боҙҙа үҙеңде нисек тоторға, хәүефһеҙлек саралары – үтәлергә тейешле төп талаптар.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан ҡалын булған осраҡта ғына һыу өҫтөндә балыҡ тоторға рөхсәт бирелә. Һыу ятҡылығы аша еңел автомобилдә үтеүселәргә иһә уның ҡалынлығы 20 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Һүҙ ҡышҡы осор хаҡында.
Азат Ғәлиуллин.