Өфө һәм Кушнаренко райондарында күп функциялы юл буйы сервисы комплекстары төҙөләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар үҙ эсенә ҡунаҡхана, кафе, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, автосервис һәм машиналар ҡуйыу пункттарын аласаҡ.

Күләмле проект Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында ойошторолған «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим ителде. М5 «Урал» һәм М7 «Волга» федераль трассалары буйында урынлашасаҡ комплекстарҙың дөйөм хаҡы 400 миллион һум самаһы. Объекттарҙа 140-тан ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Кәңәшмәлә шулай уҡ «Турбаҫлы бройлеры» предприятие биләмәһендә заманса таҙартыу ҡорамалдары булдырыу проекты тәҡдим ителде. Был тирә-яҡ мөхиткә көсөргәнеште кәметәсәк, шулай уҡ планға ярашлы ҡош итен сауҙаға сығарыуҙы арттырасаҡ. «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашыусылар төҙөлөшкә һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы раҫланы. Шулай уҡ төбәк етәксеһе ҡошсолоҡ фабрикаһының артабанғы үҫеше буйынса башланғыстарҙы яңы инвестиция проекты форматында формалаштырырға тәҡдим итте.

Ишембай районындағы «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ҡояш батареялары һәм улар өсөн терәгестәр етештереү буйынса инновациялы завод төҙөү күҙаллана. Альтернатив энергетика тармағындағы ике проектты Венгрия компаниялар төркөмө тормошҡа ашырмаҡсы. «Инвестиция сәғәте»ндә билдәләүенсә, әле инвесторҙар республиканың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә ер участкаһы һайлап алған һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың юл картаһын формалаштыра башлаған. 2021 йылда төҙөлә башлаясаҡ завод өсөн 2 миллиард 400 миллион һум инвестиция йәлеп ителер тип көтөлә.