Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын етештереү буйынса «Цемикс» заводы сафҡа инәсәк. Әле бында төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша.
Сафҡа инәсәк ҙур предприятиела йылына 200 мең тоннаға тиклем аҡ цемент, 100 мең тонна микрокальцит етештереү күҙаллана. Төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов танышты. Эш сәфәре барышында сәнәғәт предприятеһы төҙөлөшөн тиҙләтеү, уның ҡеүәтен арттырыу өсөн шарттар булдырыу юлдары ҡаралды.
Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы ҡатнашлығында төҙөлгән завод республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Яңы бинаға технологик ҡоролмаларҙы һәм материалдарҙы йөрөтөү өсөн уның тирәһендә асфальт юл түшәләсәк. Киләһе йыл сафҡа инәсәк объект республикала сәнәғәт тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Флорида Ким.