Башҡортостанда М-5 трассаһындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Федераль трасса күперен ремонтлау 2021 йылда тамамланырға тейеш була, әммә юл төҙөүселәр ҡуйылған маҡсатты 5 айға алдан үтәй. Июндән алып бөгөнгә тиклем объектта юл ҡатламы яңыртыла, тимер конструкциялар алмаштырыла. Быға тиклем 20 йыл хеҙмәт иткән күпер менән тағы ла тиҫтәләгән йылдар файҙаланып булыр тип көтөлә.

Юлды тигеҙләү өсөн уның асфальт ҡатламы, бөтә йыһаздары яңыртыла. Дөйөм алғанда 176 метрға һуҙылған объект төҙөкләндерелә.

Илнур Килмәков, идара итеүсе ойошманың баш инженеры

Бүздәк районы аша үткән М-5 трассаһында  транспорт хәрәкәте илдә автомобилдәр ағымы буйынса иң көсөргәнешле участкаларҙың береһе тип һанала.Тәүлегенә уның аша 50 меңгә яғын транспорт сараһы үтә. Яңыртылған күперҙе файҙаланыуға тапшырыу тиҙлек режимын арттырырға, тығындарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә.

Төҙөкләндереүҙе ваҡытынан алда тамамлау юл сифатына йоғонто яһаманы. Был объектта үҙ эшен яҡшы белгән һөнәрмәндәр башҡарҙы. Подрядсы ойошма тарафынан да күперҙе яңыртыу өсөн күп көс һалынды.

Флорида Ким.