Оператив-профилактика сараһы 31 декабргә тиклем дауам итә. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ылыҫлыларҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тыйыла. Бының өсөн ябай кешеләргә 4 мең һумғаса штраф ҡаралған, айырым осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатыла. Бынан тыш, законды боҙған кеше урман хужалығына күрһәтелгән зыянды ҡапларға тейеш.