Ағиҙел йылғаһынан яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн боҙ сығара башланылар

Боҙҙоң ҡалынлығы 18 сантиметр, оҙонлоғо 1-2 метр. Быйыл, халыҡ күпләп бер урында йыйылмаһын өсөн, боҙ майҙансыҡтары элекке йылға ҡарағанда күберәк ойошторола. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин районы өсөн генә 500 кубометрҙан ашыу боҙ кәрәк була.