Башҡортостан хужалыҡтары быйыл 2 мең 800 берәмек техника алған

Бының өсөн 8 миллиард 200 миллион һум тотонолған. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов лизинг программаһы үтәлеше менән таныштырҙы. “Росагролизинг” компанияһынан субсидия ярҙамында ауыл хужалығы техникаһы былтырғы менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күберәк алынған. Әммә бөтә райондар ҙа программаны әүҙем ҡулланмай. Шуға Республика Башлығы Радий Хәбиров район башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров Өфөлә декабрҙә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрәргә ҡушты. Унда хужалыҡтарға субсидия биреү, инвестиция йәлеп итеү һәм башҡа программалар менән таныштырыу була.