Башҡортостанда алдағы биш йылда тәүге медицина ярҙамын үҙгәртеп ҡороуға федераль бюджеттан 15 миллиард 600 миллион һум бүленә

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Киләһе йылда 2 миллиард 600 миллион һум күсерелә. Федераль аҡсаға ауылдар һәм ҡалаларҙа поликлиника, дауахана, табип амбулаторияһы, фельдшер-акушер пункттары төҙөлә йәки капиталь ремонт үткәрелә. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм табиптарға программаны әҙерләп федераль ярҙам юллай алғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе йылда тәүге  медицина ярҙамын үҙгәртеп ҡороу программаһы буйынса дауаханалар ремонтлана, медицина техникаһы һәм табиптар өсөн автомобиль һатып алына.