Быйыл аграрийҙар баҫыуҙарға 71 мең тонна ашлама индергән. Һуңғы 10 йыл эсендә иң ҙур күләм. Республика хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һүҙҙәренсә, һөҙөмтәлә яҡшы уңыш алыуға ирешелгән. Әммә райондар араһында минераль ашлама алыу буйынса һиҙелерлек айырма бар, ашламаға бөтөнләй заявка бирмәгән хужалыҡтар ҙа бар. Туҡландырыу булмаһа, беҙҙең төбәк шарттарында иң күбе гектарынан 14-16 центнер уңыш алырға мөмкин. Бөгөн һәр гектарға 80 килограмм иҫәбенән ашлама индереү бурысы ҡуйыла.