Ул 17 мең квадрат метр майҙанды биләй. Эштәр төнгө ваҡытта алып барыла. Конькиҙа шыуыу өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 5-7 сантиметр булыуы шарт. Стадионда боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙәге ярыштар ҙа даими уҙғарыла. Был спорт төрө өсөн боҙ ҡалынлығы 20 сантиметр булырға тейеш.